100%

Бикмөхәммәт Ҡарый улына. М.Аҡмулла

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Бикмөхәммәт Ҡарый улына
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


* * *


Хөрмәтле Бикмөхәммәт мирза, һиңә
Йөҙ мең сәләм фәҡирегеҙ Аҡмулланан.
Һәр төрлө мәғәнә менән хат язамын
Йәҙәре, унары бар үргә табан.
Ғәзизем, донъяны кем тамамлаған,
Донъянан вафа һис кем таба алмаған.
Аҙаштым, туҡтап торамын, мәрхәмәт ҡыл,
Әжере ҡайтыр һеҙгә бер Алланан.
Ғәзизем, зиндан тигән аты яман,
Көнөбөҙ беҙҙең бында — ахыр заман.
Ҡарағыҙға илап сәләм яҙған инем -
Файҙа юҡ, ҡаты ергә һалһаң һалам.
Уңмайҙыр йүнһеҙ әҙәм ҡырынлаған,
Теле менән тирмән тартып дырылдаған.
Ғилемлек хур булғанға, илай-илай,
Сыҡмаған йәнем ята ҡыймылдаған.
Иртә вә кис доға ҡылам ғәзиз, саған*,
Шәфҡәтең ошондайҙа тейһен маған.
Хоҙайым сауабыңа ожмах бирһен
Алмалы хур ҡыҙҙары мыймылдаған.
Мирза инең яҡшы һүҙен һындырмаған,
Өйөндә туғаны кемдең алтын баған*.
Хоҙайым абруйыңда артыҡ иткән,
Эргәңә дәүләт ҡушып сынйырлаған.
Әйтәйем, Аҡмулланан һүҙ ҡалмаһын,
Дәүләте бар дәүләтен ҡыҙғанмаһын.
Дошмандай, борадәрем, хур күрмәгеҙ.
Йылан да уянмаһын, ҡуҙғалмаһын.
Күп түкте бәдбәхеттәр күҙҙең йәшен,
Мөъминде илатҡанды күҙ күрмәһен.
Майҙанда һәр кем алһын үҙ мөсәһен,
Эйәрсенде арғымаҡтан уҙҙырмаһын.
Ҡыйналды тар урында ғәзиз йәнем,
Тарығып хат яҙаһың миһырбаным.
Хөрмәтле хозороңа сәләм булһын
Бәхетле йортҡа ҡылған ҡәҙер, даным.
Ҡалмаһын был донъяла арманығыҙ,
Донъяла бөйөк булһын фарманығыҙ.
Башыңа Һомай ҡошо ҡунаҡ булып,
Мөбәрәк, ҡотло булһын дәүранығыҙ.
Киң күңеллек — мирзаларҙың һиммәтенән,
Йомартлыҡ — дәүләтленең хөрмәтенән.
Ауыр саҡта үтенес һорап барған
Аҡмуллағыҙ — Мөхәммәт өммәтенән.



  • саған —
  • баған —